Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 14:30

Башҡортостан продукцияһын ситтә танытыу кәрәк

Ошо көндəрҙə БР Хөкүмəте Президиумы ултырышы үткəйне, унда 2021 йылда “Рəсəйҙə Экспортлаусы йылы”н уҙғарыу буйынса ойоштороласаҡ саралар планы раҫланды.

Ошо көндəрҙə БР Хөкүмəте Президиумы ултырышы үткəйне, унда 2021 йылда “Рəсəйҙə Экспортлаусы йылы”н уҙғарыу буйынса ойоштороласаҡ саралар планы раҫланды.
Республика был сараға етди əҙерлəнə. БР Тышҡы иҡтисади бəйлəнештəр буйынса дəүлəт комитеты рəйесе Маргарита Болычева белдереүенсə, “Экспортлау ваҡыты” халыҡ-ара форумын үткəреү күҙаллана. Ул беҙҙə 2018 йылдан алып үтə һəм бизнес берлектə ыңғай баһалана.
Шулай уҡ “Йыл экспортлаусыһы” конкурсының төбəк этабында ҡатнашыусылар һаны ла арта. Был да продукцияһын ситкə һатыу менəн ҡыҙыҡһыныусыларҙың, тышҡы сауҙа эшендə уңышҡа өлгəшеүселəрҙең күбəйеүе тураһында һөйлəй.

Килəһе йылда “Башҡортостанда эшлəнгəн” проектын презентациялау өсөн Башҡортостан Республикаһы экспорты көндəрен ойоштороу ҙа ҡаралған. Был сара Австрия, Төркиə, Ҡаҙағстан, Канада, Ҡытай, Көньяҡ Корея кеүек илдəрҙең сауҙа вəкиллектəрендə үтəсəк.
БР Хөкүмəтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров əйтеүенсə, беҙгə сит ил партнерҙары менəн тығыҙыраҡ хеҙмəттəшлек итергə кəрəк.
Белəһегеҙ, Рəсəйҙə “Халыҡ-ара кооперация һəм экспорт” милли проекты ғəмəлгə ашырыла.
Башҡортостан да был йəһəттəн маҡсатлы эштəр башҡара.
Фото: Твиттер (2019 йылғы форум)
"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас: