Быйыл "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһына инеү өсөн конкурсҡа Башҡортостандан 1061 ғариза бирелгән. Улар араһынан 563 проект, шул иҫәптән беҙҙең райондан 10 проект, еңеүгә өлгәшкән.
Республика ҡаҙнаһынан, муниципаль бюджеттан субсидия һәм халыҡ индергән өлөштө бергә ҡушып иҫәпләһәң, проекттарҙың дөйөм хаҡы 589,5 миллион һум тәшкил итә.
Уларҙың 385-е ауылда ғәмәлгә ашырыласаҡ, был маҡсатта 382,6 миллион һум тотоноу ҡаралған. Ҡала округтары араһында 178 проект уңышҡа өлгәшкән, уларҙың тәҡдимдәрен бойомға ашырыу өсөн 206,8 миллион һум бүленәсәк.
Еңгән проекттарҙың төп өлөшө – 137-һе – мәғариф учреждениелары менән бәйле. Икенсе урында автомобиль юлдарына ҡағылышлы тәҡдимдәр тора (117 проект). Өсөнсөлә – ихаталарҙы һәм балалар майҙансыҡтарын төҙөкләндереү (93 проект).
Әлбиттә, һәр проект артында халыҡтың әүҙемлеге, муниципалитеттарҙың тырышлығы тора. Хәҙер инде уларҙы матур итеп тормошҡа ашырырға ҡалды.