Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 14:00

Михаил Мишустин “Алға” тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостанда “Алға” махсус иҡтисади зонаһы ойошторолдо. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ошо туралағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Махсус биләмә төбәк Башлығының башланғысы буйынса республиканың Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары сигендә төҙөлдө. Уны теркәү тураһындағы ғаризаға Радий Хәбиров былтыр августа ҡул ҡуйғайны.

Махсус иҡтисади зона участкаларының (һәр районда икешәр) дөйөм майҙаны 470 гектар тәшкил итә, шуның 200 гектарҙан ашыуы проекттарға резервланған.
Әлегә тиклем ете потенциаль резидент инвестиция проекттарын тормошҡа ашырырға ниәт белдергәйне. Улар иҫәбендә нефть химияһы, приборҙар эшләү, аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары бар. Тағы ла 11 инвестор менән һөйләшеүҙәр алып барыла.
– “Алға” махсус иҡтисади зонаһы “Стәрлетамаҡ – Ишембай – Салауат” агломерацияларын үҫтереүгә, унда заманса производстволарҙы сафҡа индереүгә көслө этәргес бирер тип ышанам, – тине Радий Хәбиров. – Һөҙөмтәлә яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, эш хаҡы, бюджетҡа һалым артасаҡ.
Биләмәне үҙләштереү өсөн биләмәлә электр, газ, һыу тәьминәте селтәрҙәре үткәреләсәк, автомобиль һәм тимер юл транспорты өсөн юл һалынасаҡ. Был маҡсатҡа төбәк 6,3 миллиард һум йүнәлтергә ниәтләй.
Мәғлүм булыуынса, “Алға” махсус иҡтисади зонаһы иҡтисадтың юғары технологиялы тармаҡтарын үҫтереүгә, яңы төр продукция сығарыуға инвестиция йәлеп итеү өсөн ойошторола. Биләмәлә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуҙың махсус тәртибе бар. Инвесторҙарға бизнес өсөн әҙер инфраструктура, таможня ташламалары, һалым өҫтөнлөктәре бирелә.
Фото: glavarb.ru
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас в