Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Май 2020, 11:30

Рәсәйҙә эшһеҙлек кимәле өс тапҡырға артыуы ихтимал

Boston Consulting Group (BCG) консалтинг компанияһы эксперттары Рәсәйҙә эшһеҙлек кимәле өс тапҡырға артыуы мөмкин, тип фаразлай.

Рәсәй президенты Владимир Путин май айында рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 1,9 миллионға етеүен билдәләп, эшһеҙлек буйынса пособие күләмен өс тапҡырға – 4,5 мең һумға тиклем арттырырға тәҡдим иткәйне.
Boston Consulting Group (BCG) консалтинг компанияһы эксперттары Рәсәйҙә эшһеҙлек кимәле өс тапҡырға артыуы мөмкин, тип фаразлай. Аналитиктар әйтеүенсә, илдә эшһеҙлек артыуы өс төрлө булырға мөмкин. Әгәр эпидемия ярайһы уҡ тиҙ бөтһә, эшһеҙлек 6-7 процентҡа артасаҡ, граждандарҙы килемдәре 2-3 процентҡа кәмейәсәк. Сикләү саралары оҙаҡҡа һуҙылһа, эшһеҙ граждандар һаны 8-10 процентҡа етеүе мөмкин, килемдәр 4-6 процентҡа кәмейәсәк. Иң ауыр сценарийҙа эшһеҙлек 12-15 процентҡа артыуы һәм килемдәрҙең 9-12 процентҡа кәмеүе ихтимал.
Фото: Павел Лисицын / РИА Новости
Читайте нас: