Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы республика Законын тормошҡа ашырыу комиссияһының эш кәңәшмәһен уҙғарҙы. Сара онлайн тәртибендә уҙҙы, унда милли-мәҙәни, йәмәғәт, фәнни-белем биреү ойошмалары ҡатнашты.
"Беҙҙең комиссия 1999 йылда уҡ булдырылғайны. Ошо ваҡыт эсендә дәүләт телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү йәһәтенән күп эш башҡарылды. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров беҙҙең алға мөһим бурыс ҡуя – телде көсләп өйрәтмәҫкә, ә популярлаштырырға кәрәк, уны өйрәнеү ҡыҙыҡлы һәм модала булырға тейеш. Республикала тел сәйәсәте өлкәһендә яңы институттар барлыҡҡа килде: башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, полилингваль гимназиялар бар, шулай уҡ яңы һанлы ҡушымталар һәм һөйләшеү китаптары сығарыла", - тине Фәнүр Йәғәфәров.
Ултырышта ҡатанашыусылар Терминология һәм Топонимия хеҙмәттәре отчеттарын ҡараны. Йәмәғәтселектән килгән тәҡдимдәрҙе иҫәпкә алып, комиссияның 2020 йылдың икенсе ярты йыллығына эш планын эшләп бөтөү һәм киләһе ултырышты июндә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
"Республиканың дәүләт телдәрен үҫтереү буйынса әүҙем эште тергеҙергә һәм был процесҡа муниципалитеттарҙы йәлеп итергә тейешбеҙ", – тине республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.