Бөгөн Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан дәүләт медицина университетының ирекмәндәр үҙәгендә булды.
2011 йылдың майында ойошторолған үҙәк медицина, социаль, спорт. халыҡ-ара йүнәлештәрҙе берләштерә. Коронавирус пандемияһы ваҡытында уның ирекмәндәре үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтте. Улар карантиндағы һәм үҙ-үҙеңде изоляциялау режимындағы кешеләрҙең шылтыратыуҙарын ҡабул итә, мохтаждарҙы дарыуҙар, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә, психологик ярҙам күрһәтә.
“Ҡыҙыу линия”ла эшләгән ирекмәндәрҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы йомшарғандан һуң шылтыратыуҙар һиҙелерлек кәмегән.
"Афарин! Һеҙгә ҙур рәхмәт, – тине һаулыҡ һаҡлау министры. – Кешеләр, бигерәк тә оло йәштәгеләр өсөн был осор көсөргәнешле булды, һәм һеҙҙең ярҙамығыҙ ҙур әһәмиәткә эйә".
COVID-госпиталдәрҙә эшләгән ирекмән медицина хеҙмәткәрҙәре менән онлайн-конференцияла Михаил Мурашко һәм Радий Хәбиров йәштәрҙе борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Осрашыу аҙағында студенттар етәкселәргә Башҡортостан дәүләт медицина университеты ирекмәндәр үҙәге вғзаларының махсус жилеттарын бүләк итте.
"Башҡортостан" гәзитенән.