“Йоматау”ҙа урынлашҡан обсерваторҙан 64 кеше ҡайтырға юлға сыҡты.
Шифахана АҠШ-т ан, Һиндостандан килгән туристарҙы, Тажикстандан ҡайтҡан уҡытыусыларҙы ҡабул иткәйне. Улар менәнбер үк рейста булған Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Ленинград, Силәбе өлкәләре кешеләре лә урынлаштырылды.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, COVID-19 вирусына тапшырылған анализдарынан күренеүенсә, уларҙа сир асыҡланмаған. Обсерваторҙа йәшәү ваҡытының ҡасан тамамланасағы хаҡында барыһы ла алдан иҫкәртелгән, уларҙы алып барасаҡ транспорттың ҡасан килере тураһында хәбәр ителгән. Теләгәндәргә ланч-бокс рәүешендә әҙерләнгән төшкө аш та бирелгән.
Обсерваторҙан сыҡҡандарҙы махсус автобустарҙа Өфө аэропортына һәм автовокзалына илткәндәр. Кемдәрҙер тыуған яғына үҙаллы ҡайтырға теләк белдергән.
1 июндә яҡташтарыбыҙҙың тағы бер төркөмөнөң Нью-Йорк - Екатеринбург рейсы менән килеүе көтөлә. Бөгөн уларҙы ҡаршылау өсөн Өфөнән махсус туристик автобус һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан оператив автомобиль юлға сыға. Океан артынан 11 яҡташыбыҙҙың ҡайтыуы көтөлә, уларҙың барыһы ла “Йоматау” обсерваторына урынлаштырыласаҡ. Әлеге ваҡытта унда 27 кеше медицина күҙәтеүе аҫтында.