Бөгөн, 1 июндә, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Перм крайында һәм Ханты-Манси автоном округында башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәр эш башланы.
Февраль айында уҡ ойошҡан учреждениелар Башҡортостандың халыҡтар дуҫлығы йорто структураһына инә, уның филиалдары исемлеген тулыландыралар. Асылыу илдә һәм донъяла эпидемиологик хәл арҡаһында кисектерелде.
Үҙәктәр алдында торған төп бурыс – башҡорт халҡын берләштереү, туған телде һәм мәҙәниәтте әүҙем үҫтереү, милли үҙенсәлете һаҡлап ҡалыу, шулай уҡ киң мәҙәни сралар һәм тулайым диаспора тормошо тураһында мәғлүмәт менән оператив тәьмин итеү. Был төбәктәр осраҡлы ғына һайланмаған – бында башҡорттар күпләп йәшәй.
– Ырымбур өлкәһендә башҡорттар күп йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе үҙ тарихын һәм мәҙәниәтен насар белә. Тарихи-мәҙәни үҙәк асылыу башҡорт халҡының рухи мираҫын һаҡларға ярҙам итер тип ышанабыҙ, – тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе Илмир Мәмбәтов. – Бергәләп башҡорт йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, халыҡ байрамдарын тергеҙәсәкбеҙ. Пландар ҙур. Йәш быуындың үҙ халҡының тарихы һәм мәҙәниәте тураһында белеүен һәм онотмауын теләйбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре Башҡортостан Хөкүмәтенең 2020 йылдың 11 февралендәге ҡарары менән, башҡорт халҡының этнотерриториаль төркөмдәре тупланып йәшәгән Рәсәй Федерацияһы субъекттарында: Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстан Республикаһында һәм Ханты-Манси автономияле округы – Юграла ойошторола. Улар Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары булып торалар.