Был сара 112-се Башҡорт атлы дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә бағышланған. Автоуҙышта ҡатнашыусылар урындағы музейға кавалерия дивизияһының байраҡтары күсермәләрен тапшырасаҡ, Миңлеғәле Шайморатов
мемориалына һәләк булған һалдаттарҙың табличкаларын ҡуясаҡ, шулай уҡ аллеяла кедр ағасы үҫентеләре ултыртасаҡ.