Рәсәй президенты Владимир Путин кисә Конституцияға төҙәтмәләр индереү көнөн 1 июлгә тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә “Известия”.
Унан алда төҙәтмәләр буйынса эшсе төркөм ултырышы үтте. Осрашыу барышында Путин тауыш биреүҙе Еңеү парады менән бер көндә, йәғни 24 июндә үткәреү идеяһын кире ҡаҡты, сөнки төҙәтмәләр – ил тормошонда айырым һәм ҙур ваҡиға.
Ил етәксеһе Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилованың тауыш биреүҙе 1 июлгә билдәләргә тигән тәҡдиме менән ризалашты, шул рәүешле тәғәйенләү көнөнән тауыш биреүгә ҡәҙәр 30 көнлөк осор һаҡланасаҡ.
Фото: Алексей Никольский / ТАСС