Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июнь 2020, 00:30

"Йәнә бер сабый тыуҙымы ни"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Благовещен районында булды. Бында ул күсмә “Йәмәғәт киңлектәре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте” үткәрҙе. Төбәк етәксеһе “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе һәм бәләкәй архитектура формалары етештереү предприятиеһында булды.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Благовещен районында булды. Бында ул күсмә “Йәмәғәт киңлектәре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте” үткәрҙе. Төбәк етәксеһе “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе һәм бәләкәй архитектура формалары етештереү предприятиеһында булды.
Ихаталарҙы төҙөкләндереү программаһына ҡалала быйыл бер генә биләмә ингән. Ул Комаров урамындағы күп фатирлы өс йортто берләштерә, уларҙа мең самаһы кеше йәшәй. Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов белдереүенсә, эштәр үҙ эсенә асфальт япмаһы йәйеү, туҡталҡалар булдырыу, яҡтыртыу урынлаштырыу, балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡуйыу, видеокүҙәтеү системаһын монтажлау, биләмәне йәшелләндереүҙе ала. Был маҡсатта 19 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Эштәр 1 июлдә тамамланырға тейеш.
Радий Хәбиров белдереүенсә, Благовещенда дөрөҫ алым һайлағандар. Коронавирус пандемияһына бәйле программаны яңынан ҡарарға тура килгән. Шуға күрә төҙөкләндереүҙең күберәк кеше мәнфәғәтенә яуап биреүе – дөрөҫ ҡараш. Республика етәксеһе эштәрҙе сифатлы башҡарыу мөһимлеген билдәләне. 2021 йылда “Башҡортостан ихаталары” программаһына күберәк аҡса бүленәсәк.
Радий Фәрит улы ҡаланың Бөйөк Ватан һуғышы батыры, партизан Николай Киселев исемендәге паркта булды. 2015 йылда бында ҡаһарманға һәйкәл ҡуйылғайны. Планға ярашлы алып барылған төҙөкләндереү арҡаһында парк бик матурланған. Унда балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән, әле эт менән йөрөү өсөн тәғәйенләнәсәк биләмә эшләнә.
Артабан Башҡортостан Башлығы “Проспект” предприятиеһында булды. Бында бәләкәй архитектур формалар һәм яҡтыртыу ҡорамалдары етештерәләр. 250 миллион һумлыҡ проектты февралдә “Инвестиция сәғәте"ндә хуплағайнылар. Әле унда төп цехтарға ремонт яһағандар, инженер селтәрҙәре үткәргәндәр, яңы ҡорамалдар ҡуйғандар. Һуңғараҡ пластик изделиелар эшләү линияһы барлыҡҡа киләсәк.
"Беҙҙең тауарға заказдар бар, – ти предприятиеның генераль директоры Мария Новоселова. – Иң беренсеһе - Сибай ҡалаһындағы балалар-үҫмерҙәр мәктәбе өсөн уйын комплексы".
Предприятиеның киләсәккә пландары ҙур. Улар ТОСЭР резиденты булараҡ теркәлергә, йәнә 150 эш урыны булдырырға теләй.
"Афарин! Хеҙмәт мәҙәниәте күренеп тора, бөтә ерҙә лә таҙа, тәртип. Һеҙ республикала тәүгеләрҙән булып ошондай кимәлдәге предприятие булдырҙығыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙ йыл һайын төҙөкләндереү өсөн ҙур сумма аҡса йүнәлтәбеҙ. Кәрәкле тауарҙар араһында – туҡталыш павильондары, хоккей һәм футбол майҙансыҡтары өсөн кәртәләр. Һеҙ үҙегеҙҙең ысынлап әҙерлегегеҙҙе яңылыҡ, сифат һәм арзанлыҡ менән дәлилләргә тейешһегеҙ. Предприятиеғыҙҙың беҙҙең проект һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыуын көтәбеҙ".
Был сәфәрҙән һуң Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә сәхифәһендә тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
“Ошондай сағыштырыуҙан да ҡурҡмайым: беҙҙең ҡатнашлыҡ менән яңы предприятие килеп сығыуын күреү минең өсөн сабый тыуған кеүек. Благовещендағы "PROспект" балалар уйын майҙансыҡтары, воркауттар, бәләкәй архитектур формалар, ҡала һәм ауыл тормошон уңайлыраҡ иткән башҡа әйберҙәр етештерә. Инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйыуҙан һуң 2,5 ай ғына үтте, ә бында 80 кеше эшләй. 150-гә еткерәсәктәр. Технологик ҡеүәтле икенсе сиратын да эшкә ҡушһалар, тағы 100 кешегә эш урыны буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта уларҙың тауары һәр саҡ кәрәк. Шулай итеп, беҙҙең бюджеттан ихаталарҙы ремонтлауға бүлгән аҡсабыҙ республика өсөн ике тапҡыр эшләй”, – тип яҙҙы ул.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: