Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 12:00

"Экология" милли проекты: ниндәй үҙгәрештәр?

«Башҡортостан Республикаһының экология һәм тәбиғәт ресурстары» дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелде.

«Башҡортостан Республикаһының экология һәм тәбиғәт ресурстары» дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелде.
Был үҙгәрештәр Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров етәкселегендә ҡаралды. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров билдәләүенсә, улар «Экология» милли проектының һәм республиканың социаль-иҡтисад үҫеше стратегик йүнәлештәренә ҡағыла. Мәҫәлән, «Ҡалдыҡтарҙы етештереү һәм файҙаланыу менән идара итеү системаһын яҡшыртыу» программаһына контейнер майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар менән тәьмин итеү, сүплектәрҙе юҡҡа сығарыу ингән өс маҡсатлы күрһәткес өҫтәлде. 2024 йылға тиклем атмосфера һауаһының бысраныуын күҙәтеүсе 7 автоматлаштырылған станция төҙөләсәк.
Фото: ok.ru
Читайте нас: