Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 18:05

Өмөттәр аҡланмай әле

Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, тәүлек эсендә коронавирус йоҡторғандар һаны 92-гә артҡан.

Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, тәүлек эсендә коронавирус йоҡторғандар һаны 92-гә артҡан. Шулай итеп, республикала инфекцияға дусар булғандар һаны 3501 кешегә етте.
Вафат булғандар һаны үҙгәрешһеҙ – 18 кеше. Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 8 536 ауырыу асыҡланған. Вафат булғандар ҙа байтаҡ – 178 кеше. Илдә ошо осорҙа 8 972 пациент һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә коронавирус менән зарарланғандар 432277 кеше тәшкил итә. Барлығы 5215 ауырыу һәләк булған. Тестар һаны көндән-көн арта, һуңғы тәүлектә генә төбәктәрҙә 274,4 мең тикшереү үткәрелгән. Рәсәйҙә медицина күҙәтеүе аҫтында 304 меңгә яҡын ауырыу ҡала. Әлегә санитария-эпидемиологик талаптарҙы үтәү көн үҙәгендә ҡала. Барыбыҙға ла үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлау бурысы йөкмәтелгән.
Фото: Utv.ru.
Читайте нас: