Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 21:20

Матур ханымдан - матур кәңәштәр

Илсиә Бәҙретдинованың сәстәре ни өсөн матур? Белгегеҙ киләме? Сайтта уҡығыҙ:

Танылған йырсы Илсиә Бәҙретдинова тәбиғәттең илаһи мәлендә һис кенә лә тик тормай: төрлө үләндәр йыйып, уларҙы киптереү менән мәж килә. Үҙенең тулҡынланып торған сәсен нисек тәрбиәләүе, ниндәй үләндәр менән йыйыуы хаҡында ла йәшермәй, киреһенсә, үҙ серҙәре менән ихлас бүлешә.
“Мин ҡиммәтле шампунь-бальзамдарға ғына ышанып ятмай, сәсемде тәбиғәт бальзамдары менән дауалайым. Шуға быйыл күп итеп дегәнәк тамыры йыйып ҡуйҙым. Ул сәс өсөн бик файҙалы, витаминдарға бай. Дегәнәк тамырын ҡаҙып алып, яҡшылап йыуып, ваҡлап турап, киптерәм, ул яҙға тиклем яҡшы һаҡлана. Шуны ҡайнар һыуҙа төнәтеп, йыуғандан һуң сәсте сайҡатаһың. Сәсте бик яҡшы үҫтерә, ҡойолтмай, ҡуйырта”.
- Шулай уҡ бер тоҡ кесерткән йыйып, киптереп тә ҡуйҙым, - тип серҙәре менән уртаҡлашыуын дауам итә йырсы. - Уның да төнәтмәһен сәсте йыуғанда ҡулланам. Үҙегеҙ беләһегеҙ, әртис өсөн сәс бик мөһим. Көн һайын уны бөҙрәләтә, күпертә, лак һөртә башлаһаң, уның да көсө бөтә, тоноҡлана, ҡойола. Тәбиғәт биргән шифалы үләндәрҙе ҡулланһаң, СПА-салондарың ары торһон!
Шулай уҡ йүкә сәскәһен йыл һайын йыям. Кеше нисек йүкә сәскәһеҙ ҡыш сығалыр, белмәйем. Әммә мин тиҙ генә һалҡын тейҙерһәм, уны төнәтеп эсәм. Үҙегеҙ беләһегеҙ, йырсының билеттар һатылған, һалҡын тейҙе тип сирләп ятырға ваҡыт юҡ. Артабан зәңгәр һәм һары мәтрүшкә, ҡарағат япрағы - былары мәжбүри йыйыла торған үләндәр. Аҙаҡ бөтнөк, мелисса сәйгә һалып эсеү өсөн кәрәк. Ер еләген дә йыйырға яратам һәм киптерәм. Сәйгә һалып ебәргәндә, хуш еҫтәре таралып китә, ә тәмлелеге! Ҡыш буйы үлән сәйҙәре генә эсеп торабыҙ, - ти сибәр һәм нәзәкәтле Илһөйә Бәҙретдинова.
Инде белдек, Илсиә Бәҙретдинованың сәстәре ни өсөн матур!
Фото: "Татар-информ"
Читайте нас: