Рәсәй президенты Владимир Путин санитария-эпидемиологик хәл тураһында кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә планлы медицина ярҙамы күрһәтеүҙе тергеҙеү тураһында бойороҡ бирҙе, тип
хәбәр итә “Башинформ” агентлығы. Был бурыс Һаулыҡ һаҡлау министрлығына йөкмәтелде. Бында һүҙ беренсел, махсуслаштырылған, шул иҫәптән юғары технологиялы ярҙам хаҡында бара. Ведомство 20 июнгә тиклем бойороҡтоң үтәлеше буйынса яуап бирергә тейеш.