Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2020, 21:00

Республика Башлығы бөгөн Туймазы районында булды

Туймазыға эш сәфәре барышында Радий Хәбиров 85 йәшлек Валентина Арефьеваның хәлен белеште. Ленинград блокадаһын кисергән ветеран яҙмыш һынауҙарына һынмаған. Шулай уҡ“Корона” йәмғиәтенең ортопедия матрастары фабрикаһының етештереү майҙансығында булды. Ул етештереү циклын, әҙер продукция келәтен, фирма магазинын ҡарап сыҡты, һатыу баҙары менән ҡыҙыҡһынды. Башҡортостан Башлығы атаҡлы Туймазы теплицаларында ла булды.Ҡараттамаҡ ауылындағы “Ҡушбүләк” крәҫтиән (фермер) хужалығы бына 30 йыл инде хужалыҡ ябыҡ тупраҡта йәшелсә, шулай уҡ иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар үҫтереү, һөт малсылығы менән шөғөлләнә, агросәнәғәт комплексына ярҙам күрһәтеү буйынса дәүләт программаларында ҡатнаша. Хужалыҡтағы теплицалар 14,5 гектар майҙанды биләй. Йәшелсәне йыл әйләнәһенә үҫтереү өсөн фермерҙар сәнәғәт теплицаһын сафҡа индергән. Киләсәктә 1,5 гектар аркалы теплица төҙөү күҙаллана. Директор Мәүзир Латипов әйтеүенсә, төп мәсьәлә – электр ҡеүәтенә ихтыяж. Радий Хәбиров был теманы Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы етәкселеге менән тикшерергә вәғәҙә итте. Туймазы районындағы тағы ла бер теплица хужалығы – “Панакс-Агро”. Уның етәксеһе республика Башлығына киләсәккә пландары тураһында һөйләне. Әйткәндәй, хужалыҡ нигеҙендә “АгроСтройКомплект” йәмғиәте эшләй. Ул металл каркастан теплица етештерә. Былтыр теплицаларҙы йылытыу өсөн генераторҙар эшләй башлағандар. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ теплицалар өсөн ҡорамалдар сығарған республика ауыл хужалығы етештереүселәре һәм ойошмалары күргәҙмәһе менән танышты. Эшҡыуарҙар менән аралашыу йомғаҡтары буйынса ул киләһе “Сәнәғәт сәғәте”нең береһендә Бәләбәйҙәге “Автодеталь” предприятиеһына ярҙам күрһәтеү, ә “Инвестиция сәғәте”ндә “Туймазыагробәшмәк” хужалығын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерергә тәҡдим итте. Фото: glavarb.ru

Туймазыға эш сәфәре барышында Радий Хәбиров 85 йәшлек Валентина Арефьеваның хәлен белеште. Ленинград блокадаһын кисергән ветеран яҙмыш һынауҙарына һынмаған.
Шулай уҡ“Корона” йәмғиәтенең ортопедия матрастары фабрикаһының етештереү майҙансығында булды. Ул етештереү циклын, әҙер продукция келәтен, фирма магазинын ҡарап сыҡты, һатыу баҙары менән ҡыҙыҡһынды.
Башҡортостан Башлығы атаҡлы Туймазы теплицаларында ла булды.
Ҡараттамаҡ ауылындағы “Ҡушбүләк” крәҫтиән (фермер) хужалығы бына 30 йыл инде хужалыҡ ябыҡ тупраҡта йәшелсә, шулай уҡ иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар үҫтереү, һөт малсылығы менән шөғөлләнә, агросәнәғәт комплексына ярҙам күрһәтеү буйынса дәүләт программаларында ҡатнаша.
Хужалыҡтағы теплицалар 14,5 гектар майҙанды биләй. Йәшелсәне йыл әйләнәһенә үҫтереү өсөн фермерҙар сәнәғәт теплицаһын сафҡа индергән. Киләсәктә 1,5 гектар аркалы теплица төҙөү күҙаллана.
Директор Мәүзир Латипов әйтеүенсә, төп мәсьәлә – электр ҡеүәтенә ихтыяж. Радий Хәбиров был теманы Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы етәкселеге менән тикшерергә вәғәҙә итте.
Туймазы районындағы тағы ла бер теплица хужалығы – “Панакс-Агро”. Уның етәксеһе республика Башлығына киләсәккә пландары тураһында һөйләне. Әйткәндәй, хужалыҡ нигеҙендә “АгроСтройКомплект” йәмғиәте эшләй. Ул металл каркастан теплица етештерә. Былтыр теплицаларҙы йылытыу өсөн генераторҙар эшләй башлағандар.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ теплицалар өсөн ҡорамалдар сығарған республика ауыл хужалығы етештереүселәре һәм ойошмалары күргәҙмәһе менән танышты. Эшҡыуарҙар менән аралашыу йомғаҡтары буйынса ул киләһе “Сәнәғәт сәғәте”нең береһендә Бәләбәйҙәге “Автодеталь” предприятиеһына ярҙам күрһәтеү, ә “Инвестиция сәғәте”ндә “Туймазыагробәшмәк” хужалығын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерергә тәҡдим итте.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: