...Ғөмүмән, ундайҙарҙы мин ни өсөндөр Туҡайҙың "Шүрәле" әкиәтендәге егеткә оҡшатам: ул да бит шүрәле менән асыҡ көрәшкә сыҡмай, ә хәйләле юлдар менән уның бармаҡтарын бүрәнәгә ҡыҫтырып, исемен дә әйтергә ҡурҡып, ҡасып ҡайтып китә... Бындай сифаттарға эйә булғандар бөйөк шәхес булып китә аламы ни? Бәлки, бик һирәктәре генә ниндәйҙер кимәлдә була алалыр...