Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2020, 22:00

Хаталар өҫтөндә эш

Күптәр күргәндер, ватсапта ла, социаль селтәрҙәрҙә лә райондың яманатын һатҡан фото пәйҙә булды. “Рәсәй эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы миграция мәсьәләләре бүлеге начальнигы, полиция капитаны Хәлитов Илнур Илдус улы” тигән алтаҡта “эШке, эСтәр, министЫрлығының, ИлЬдус” тип хаталы яҙылған булған.

Күптәр күргәндер, ватсапта ла, социаль селтәрҙәрҙә лә райондың яманатын һатҡан фото пәйҙә булды. “Рәсәй эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы миграция мәсьәләләре бүлеге начальнигы, полиция капитаны Хәлитов Илнур Илдус улы” тигән алтаҡта “эШке, эСтәр, министЫрлығының, ИлЬдус” тип хаталы яҙылған булған. Уны 33,5 меңдән күберәк төркөмдәше булған “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” үҙенең сәхифәһенә ҡуйып, мир алдында бөтәбеҙҙе лә “рисауай итте”. Шул иҫәптән, “Ейәнсура таңдары”нда эшләүселәрҙе лә. “Һеҙ нимә ҡаранығыҙ?” – тип дәғүә белдереүселәр хаҡлы. Ысынлап та, 90-сы йылдарҙа мисәт, алтаҡта, плакаттар, этикеткалар эшләтеүгә бәйле барлыҡ башҡортса яҙыуҙар, тәржемәләр мотлаҡ редакцияла тикшерелә ине. Яуаплылыҡ ҡултамға менән нығытылды. Бәлки, хәҙер ҙә заказсынан шуны талап итергә кәрәктер?
Әйткәндәй, бындай хаталар башҡортса яҙыуҙарҙа ғына түгел. Мәҫәлән, яңыртылған Чекмарев паркында ташта “Вечная слава – воинам победителям!” тигән яҙыу хасил булды. Ҡарамаҡҡа барыһы ла дөрөҫ кеүек. Абайлабыраҡ ҡараһаң, күренә: “воинам-победителям” һыҙыҡса (дефис) аша яҙыла, ҙур һыҙыҡ (тире) бөтөнләй кәрәкмәй. Әйткәндәй, уны иғтибарлы өлкәндәр беҙгә хәбәр итте.
Ф. Әхмәтова.
Читайте нас: