Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, июндә рәсәйҙәрҙе Рәсәй көнө һәм Еңеү парады ойошторолоу уңайынан ике ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә.
Тәүҙә 12 июндән 14-енә тиклем ял көтөлә. 11 июндә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Бынан тыш, Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирус пандемияһы арҡаһында күсерелгән Еңеү парады 24 июндә — 1945 йылда Ҡыҙыл майҙанда «еңеүселәрҙең тарихи парады» уҙған көндә буласағын иғлан итте.
24 июндең ял булыуын, ләкин эш хаҡы һаҡланыуын иҫәпкә алып, 23-ө байрам алды көнө тип һаналмай, шуға күрә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡармай.