Әле баҡсаларҙа пиондар хуш еҫ таратып, сәскәгә күмелеп ултыра. Ниндәй генә төҫтәре юҡ! Иртә сәскә атҡан һәр үҫенте кеүек, ун көн самаһы ғына һоҡландырып өлгөрә. Пион матур ғына түгел, файҙалы ла. Уның төнәтмәһе дарыуханаларҙа һатыла. Уны йоҡоһоҙлоҡтан, йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы системаһы, тын юлдары ауырыуҙарынан ҡулланалар. Тик сәскәнең көслө ағыу икәнен оноторға ярамай, табип менән кәңәшләшергә кәрәк.
Пиондан май. Сәскә таждарын йыйып, йыуып киптерергә. Тәрән һауыт төбөнә таждарҙы теҙеп, өҫтөнә зәйтүн майы һалырға. Май әҙер булғас, уны төнгә ҡарай биткә һыларға, йыуыр алдынан сәскә ышҡырға, йыуынғанда тәнгә һөртөргә мөмкин.
Биткә маска. Пион таждарын иҙеп, 1:1 иҫәбенән ҡуйы ҡаймаҡ менән болғатырға. Ошо массаны 10 минутҡа биткә һыларға, аҙаҡ йылы һыу йәиһә йәшел сәй төнәтмәһе менән йыуып төшөрөргә кәрәк.
Лосьон. Сәскә таждарын йыйып, һалҡын һыуҙа 30 минут тоторға кәрәк. Шунан һуң 10 минут буйы уны һүрән утта, таждарҙың төҫө сыҡҡансы ҡайнатырға. Ҡайнап сыҡҡандан һуң һөҙәбеҙ һәм һыуынғас ҡуллана башлайбыҙ.