Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2020, 14:30

Ҡарарҙар йылдам ҡабул ителһен

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә Ишембайҙа “Алға” махсус иҡтисади зонаһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, предприятиелар – махсус иҡтисади зонаның буласаҡ резиденттары вәкилдәре ҡатнашты. Иҫкә төшөрөп үтәйек, май аҙағында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары сигендә ошондай биләмә төҙөү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйғайны. "Сәнәғәт-етештереү тибындағы “Алға” махсус иҡтисади зонаһын ойоштороу – ҙур еңеү ул! Эштә беҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Республика Хөкүмәте, муниципалитеттарҙың хакимиәт башлыҡтары – хәҙер беҙ барыбыҙ ҙа ошо биләмәне үҫтереү өсөн яуаплы. Эшмәкәрлектең координаторы – вице-премьер Илшат Азамат улы Тажетдинов". Радий Хәбиров Хөкүмәткә инвесторҙар өсөн инфраструктура булдырыу йәһәтенән әҙерлек һәм проект алды эшен башларға, проекттарға булышлыҡ итеү буйынса республика сараларын күҙалларға ҡушты. "Яңы проекттар өсөн биләмә бар, инвесторҙарҙы көтәбеҙ. Үҙҙәре хаҡында ни тиклем алдараҡ белдерһәләр, шул тиклем участкаларҙы алыу мөмкинлеге буласаҡ, – тине республика Башлығы. – Ҡарарҙарҙы йылдам ҡабул итегеҙ". Бынан тыш, яҡын арала Рәсәй һәм Башҡортостан Хөкүмәттәре, район хакимиәттәре араһында килешеү төҙөргә кәрәк. Ул махсус иҡтисади зонаның стратегик йүнәлештәрен һәм үҫеш этаптарын билдәләйәсәк. Махсус иҡтисади зоналағы участкаларҙың (һәр районда икешәр) дөйөм майҙаны – 470 гектар. Шуларҙың яртыһынан ашыуы проекттарға резервланған. Фото: glavarb.ru

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә Ишембайҙа “Алға” махсус иҡтисади зонаһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте ағзалары, министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, предприятиелар – махсус иҡтисади зонаның буласаҡ резиденттары вәкилдәре ҡатнашты.
Иҫкә төшөрөп үтәйек, май аҙағында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары сигендә ошондай биләмә төҙөү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйғайны.
"Сәнәғәт-етештереү тибындағы “Алға” махсус иҡтисади зонаһын ойоштороу – ҙур еңеү ул! Эштә беҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Республика Хөкүмәте, муниципалитеттарҙың хакимиәт башлыҡтары – хәҙер беҙ барыбыҙ ҙа ошо биләмәне үҫтереү өсөн яуаплы. Эшмәкәрлектең координаторы – вице-премьер Илшат Азамат улы Тажетдинов".
Радий Хәбиров Хөкүмәткә инвесторҙар өсөн инфраструктура булдырыу йәһәтенән әҙерлек һәм проект алды эшен башларға, проекттарға булышлыҡ итеү буйынса республика сараларын күҙалларға ҡушты.
"Яңы проекттар өсөн биләмә бар, инвесторҙарҙы көтәбеҙ. Үҙҙәре хаҡында ни тиклем алдараҡ белдерһәләр, шул тиклем участкаларҙы алыу мөмкинлеге буласаҡ, – тине республика Башлығы. – Ҡарарҙарҙы йылдам ҡабул итегеҙ".
Бынан тыш, яҡын арала Рәсәй һәм Башҡортостан Хөкүмәттәре, район хакимиәттәре араһында килешеү төҙөргә кәрәк. Ул махсус иҡтисади зонаның стратегик йүнәлештәрен һәм үҫеш этаптарын билдәләйәсәк.
Махсус иҡтисади зоналағы участкаларҙың (һәр районда икешәр) дөйөм майҙаны – 470 гектар. Шуларҙың яртыһынан ашыуы проекттарға резервланған.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: