"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2020, 12:00

Республика етәксеһе - Ишембайҙа

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә, 4 июндә эш сәфәре менән Ишембай районында булды. Унда “Алға” махсус иҡтисади зонаһын үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе, ошо биләмәлә потенциаль резиденттарҙың эшмәкәрлеге менән танышып, социаль һәм спорт объекттарын ҡараны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә, 4 июндә эш сәфәре менән Ишембай районында булды. Унда “Алға” махсус иҡтисади зонаһын үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе, ошо биләмәлә потенциаль резиденттарҙың эшмәкәрлеге менән танышып, социаль һәм спорт объекттарын ҡараны.
Февралдә капиталь ремонттан һуң Ишембай үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлеге асылғайны. 1951 йылда һалынған иҫке бина күптән инде заман талаптарына яуап бирмәй ине. 2018 йылдың декабрендә республика Башлығы Радий Хәбиров барғас, мәсьәләлә алға китеш күҙәтелде. Төбәк етәксеһе табиптар, йәш әсәләр менән аралашҡанда ике йылдан Ишембайҙа яңыртылған бала табыу йортон сафҡа индерергә вәғәҙә иткәйне.
Ул һүҙендә торҙо. Бер йыл эсендә төҙөүселәр ишек, тәҙрәләрҙе, инженерлыҡ системаларын алмаштырҙы, фасадты, бүлмәләрҙе, ҡоймаларҙы төҙөкләндерҙе.
Бында бина асылғандан алып өс ай эсендә бында 120 сабый тыуған.
Республика Башлығы дауахана етәкселеге менән кадрҙар, ҡорамалдар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
**
Ишембайҙағы Ленин исемендәге майҙанды яңыртыу проекты үткән йыл бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы мөхит булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңгәйне.
Атап әйткәндә, майҙанда концерттар өсөн амфитеатр һәм нефтте сағылдырған фонтан асыу күҙаллана. Ә ҡала символы – барыһына ла билдәле “вышка-әбей” – балалар майҙансығының төп элементы буласаҡ. Эштең дөйөм хаҡы – 119 миллион һум, шуның 85 миллион һумы – федераль грант аҡсаһы.
Радий Хәбиров майҙанды реконструкциялау барышы менән танышты.
"Быйыл конкурста йәнә ҡатнашабыҙ, 11 ғариза бирәбеҙ. Ошо рәүешле әкренләп бәләкәй ҡалаларҙағы скверҙарҙы, парктарҙы, йәмәғәт киңлектәрен яҡшы яҡҡа үҙгәртербеҙ. Был – уларға ХХI быуат ҡалаһына әүерелеү өсөн ҙур мөмкинлек", – тине республика Башлығы.
**
Ишембайға эш сәфәре барышында республика Башлығы шулай уҡ үҙәк район дауаханаһының офтальмология бүлеген ҡарап сыҡты. Әле бында реконструкция тамамланып килә.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: