Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 14:00

Мәктәпте тамамлаусылар өсөн яңылыҡ

Быйыл юғары уҡыу йорттарына ғаризалар ҡабул итеү онлайн алымда 18 июндә башланасаҡ. Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары И.Мәүлетбирҙин “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе ойошторған онлайн-лекторийҙа быйыл дәүләт кимәлендә төбәктәрҙәге юғары уҡыу йорттарына бюджет урындары күберәк бүленәсәге тураһында белдерҙе. Әле үк республиканың юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, 1073-кә күберәк.

Быйыл юғары уҡыу йорттарына ғаризалар ҡабул итеү онлайн алымда 18 июндә башланасаҡ. Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары И.Мәүлетбирҙин “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе ойошторған онлайн-лекторийҙа быйыл дәүләт кимәлендә төбәктәрҙәге юғары уҡыу йорттарына бюджет урындары күберәк бүленәсәге тураһында белдерҙе.
 Әле үк республиканың юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, 1073-кә күберәк. Был күрһәткестең тағы ла күберәк булыуы ихтимал.
Читайте нас: