Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июнь 2020, 11:20

Путин Рәсәй халҡының берҙәм мәғлүмәттәр регистры тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Закон дәүләт һәм муниципаль мәғлүмәт ресурстарында булған мәғлүмәттәрҙе системалаштырыуға йүнәлтелгән.

Закон дәүләт һәм муниципаль мәғлүмәт ресурстарында булған мәғлүмәттәрҙе системалаштырыуға йүнәлтелгән. Регистрҙың операторы – Федераль һалым хеҙмәте, уға шулай уҡ персональ мәғлүмәттәрҙе һаҡлау функцияһы йөкмәтелә. Берҙәм мәғлүмәт ресурсы физик шәхес тураһында база (фамилия, исем, атаһының исеме, тыуыу һәм үлеү датаһы, урыны, енес, тыуыу һәм үлеү тураһында гражданлыҡ торошо акты яҙмалары реквизиттарын) һәм өҫтәлмә (ғаилә хәле, туғанлыҡ бәйләнештәре) мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала.
Регистрҙағы мәғлүмәттәр дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе камиллаштырыу, социаль-иҡтисади үҫеш өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау, милли хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, халыҡтың рәсми статистик иҫәбен алып барыу, дәүләт һәм муниципаль программаларҙы тормошҡа ашырыу, бюджеттарҙы әҙерләү маҡсаттарында файҙаланыласаҡ.
Фото: kremlin.ru
Читайте нас: