Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2020, 13:00

"Башҡорт теле: яңы ҡараш"

18 июндә киске сәғәт 7-лә "Торатау" конгресс-холында "Башҡорт теле: яңы ҡараш" тигән шәп сара үтәсәк. Унда башҡорт телен популярлаштырыу буйынса проекттар менән таныштырасаҡтар. Билдәле, коронавирус арҡаһында күмәк халыҡҡа бер урынға йыйылырға ярамай, шуға күрә сара оффлайн һәм онлайн тәртибендә үткәрелә. Бында тик проект авторҙары ҡатнаша, улар конгресс холға йыйыласаҡ, ә киң аудитория өсөн Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура эфирҙа ҡарау мөмкинлеге булдырыла. Сарала башҡорт телен өйрәнеү өсөн видео-дәрестәр, мобиль ҡушымталар, “Бәйләнештә”ге һәм iTunesтағы тәүге башҡортса подкастар,һуңғы йылдарҙа билдәле була барған “Аҫылташ” башҡорт йәштәре бренды менән яҡындан таныштырмаҡсылар. Махсус ҡунаҡ итеп Зәйнетдин саҡырылған. Сараны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойоштора.

18 июндә киске сәғәт 7-лә "Торатау" конгресс-холында "Башҡорт теле: яңы ҡараш" тигән шәп сара үтәсәк. Унда башҡорт телен популярлаштырыу буйынса проекттар менән таныштырасаҡтар. Билдәле, коронавирус арҡаһында күмәк халыҡҡа бер урынға йыйылырға ярамай, шуға күрә сара оффлайн һәм онлайн тәртибендә үткәрелә. Бында тик проект авторҙары ҡатнаша, улар конгресс холға йыйыласаҡ, ә киң аудитория өсөн Башҡортостан юлдаш телеканалында һәм социаль селтәрҙәрҙә тура эфирҙа ҡарау мөмкинлеге булдырыла. Сарала башҡорт телен өйрәнеү өсөн видео-дәрестәр, мобиль ҡушымталар, “Бәйләнештә”ге һәм iTunesтағы тәүге башҡортса подкастар,һуңғы йылдарҙа билдәле була барған “Аҫылташ” башҡорт йәштәре бренды менән яҡындан таныштырмаҡсылар. Махсус ҡунаҡ итеп Зәйнетдин саҡырылған.
Сараны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойоштора.
Читайте нас: