Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр көнө 1 июлгә тәғәйенләнгән. Был турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина үҙ фекерҙәрен белдерҙе.
-Конституцияға үҙгәрештәр ғәмәлгә инмәгән әле, ләкин уның гарантиялары хәҙер үк үҙ көсөндә ҡала. Эшҡыуарлыҡ өлкәһенә һәм мәшғүллек үҙәктәренә ярҙам Конституцияла әйтелгән хеҙмәт кешеһенең хоҡуғын яҡлай. Балалары булған ғаиләләргә түләүҙәр иһә дәүләттең үҫеп килгән быуынды ҡайғыртыуы. Коронавирусҡа ҡаршы алып барылған көрәш һаулыҡ һаҡлау ситемаһының кешегә йөҙө менән боролоуо хаҡында һөйләй.
Коронавирус пандемияһы бөтә ер шарын, шул иҫәптән Рәсәйҙе лә үҙгәртте. Барыбыҙ ҙа бөгөнгө хәлдән сығып киләсәккә пландар ҡорабыҙ. Конституцияға үҙгәрештәр шулай уҡ киләсәкке пландарҙы сағылдыра. Бында иһә хоҡуҡи феномен күҙәтелә, үҙгәрештәр ғәмәлгә инмәгән, ләкин уның күп ҡарарҙары әле үк тормошҡа ашырыла.
Хатта Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр көнө лә кешеләрҙең һаулығын ҡайғыртыу маҡсатында икенсе ваҡытҡа күсерелде. Президент әйтеүенсә, иң мөһиме - кешеләрҙең сәләмәтлеге һәм ғүмере. Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр ваҡытындағы хәүефһеҙлек сараларына килгәндә, уҙған аҙнала Үҙәк һайлау комиссияһы етди санитар стандарттарын күрһәтте. Уның талаптары бөтә һайлау участкаларына ла ҡағыла. Бынан тыш тауыш биреүҙәрҙе, алты көн ҡалғас, алдан үткәрә башларға ла мөмкин. Был иһә 1 июлдә тауыш биреүселәр исемлеген мөмкин тиклем кәметергә мөмкинлек бирәсәк.