Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2020, 20:00

"Ковидлы" йәйҙә - автокинотеатр

Машинала ултырып ҡына кино ҡарау мөмкин булмаҡсы. был хаҡта сайтта:

Тиҙҙән Өфөлә автокинотеатр йәғни машинала ултырған тамашасыларға фильмдар күрһәтеү өсөн асыҡ һауалағы кинотеатр асыла. Был хаҡта 9 июндә социаль селтәрҙә Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова хәбәр итте.
Автомобилдәр һәм ҙур экран өсөн майҙансыҡ М.Ғафури исемендәге паркта, Р.Зорге урамы яғынан урынлаштырыла. «Ковидлы» йәй һәм кинотеатрҙарҙың ябыҡ булыуы сәбәпле ошондай ҡарар ҡабул ителде.
«Беҙ Өфөлә 54 машиналыҡ автокинотеатр асыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Был беҙҙең коронавирусҡа яуабыбыҙ. Өфөлә барыбер йәй була! Күңел асыуҙар ҙа төрлө. Тиҙҙән асыу тантанаһы», — тип яҙҙы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары.
ФОТО: «Башинформ»
Читайте нас: