Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2020, 12:20

Милли проекттарға – 31 миллиард һум

2020 йылда Башҡортостанда милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға 31 миллиард һум аҡса бүленә.

2020 йылда Башҡортостанда милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға 31 миллиард һум аҡса бүленә, тип хәбәр итә bash.news.
Уның 20 миллиарды федераль ҡаҙнанан, ҡалғаны республика иҫәбенән. Финанслау буйынса Башҡортостан өҫтөнлөклө төбәктәр рәтендә, Волга буйы федераль округы субьекттары араһында Һамар өлкәһенән ҡала икенсе урында. Бөгөн республикала «Демография», «Мәҙәниәт», «Һаулыҡ һаҡлау», «Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ» кеүек милли проекттар бойомға ашырыла.
Читайте нас: