Бөгөн 100 га майҙанды биләгән эспарцет баҫыуын башланыҡ, – тип эш барышы менән таныштыра йәмғиәттең етәксеһе Нәфис Мәсәғүтов. – Сәселгән үлән бөтәһе 160 гектарҙы биләй. Аллаға шөкөр, быйыл баҫыуҙа ла, тәбиғи сабынлыҡтарҙа ла үлән һәйбәт күтәрелде, ҡуйы, һутлы.