Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2020, 18:30

Йәнә 81 кешелә...

10 июнгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 4 194 коронавирус инфекциялы иҫәпләнә. Бер тәүлектә улар 81-гә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.

10 июнгә мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 4 194 коронавирус инфекциялы иҫәпләнә. Бер тәүлектә улар 81-гә артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф порталында.
Уҙған тәүлектә республикала коронавирустан вафат булғандар һаны үҙгәрмәгән, улар – 18 кеше.
4 194 кешенең 2 536-һы – актив сирле, 1640-ғы һауыҡҡан.
Һуңғы тәүлектә Рәсәй төбәктәрендә коронавирус йоҡтороуҙың 8 404 осрағы раҫланған, 216 кеше вафат булған. Бер тәүлектә илдә 10 386 кеше һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда, бөгөн Рәсәйҙә 493 657 сирле иҫәпләнә, уларҙың 252 783-ө һауыҡҡан, 6 358 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
Әлеге ваҡытта илдә коронавирусҡа 13,5 миллиондан ашыу тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә генә төбәктәрҙә 291 меңгә яҡын тест эшләнгән.
Рәсәйҙә коронавирусҡа шик булған 318 меңдән ашыу кеше медицина күҙәтеүенә алынған.
Читайте нас в