Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 11:45

1 июлдә эшләүселәр арттырылған эш хаҡы аласаҡ

Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү көнөндә эшләүселәр ­– арттырылған хеҙмәт хаҡы, ҡалғандар ғәҙәтәге эш көнө өсөн түләнгән эш хаҡы аласаҡ

Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү көнөндә эшләүселәр ­– арттырылған хеҙмәт хаҡы, ҡалғандар ғәҙәтәге эш көнө өсөн түләнгән эш хаҡы аласаҡ, тип хәбәр итә РИА Новости. Был хаҡта Федерация Советының социаль комитеты етәксеһе Инна Святенко белдергән. Сенатор әйтеүенсә, ял һәм байрам көндәрендә эшләгән өсөн эш хаҡы түләү Хеҙмәт кодексының 153-сө статьяһы менән көйләнә, ә түләү үҙенсәлектәре хеҙмәткәрҙәр өсөн ниндәй система билдәләнеүенә бәйле.
Конституцияға төҙәтмәләр буйынса 22 апрелгә тәғәйенләнгән тауыш биреү көнө коронавирус пандемияһы арҡаһында кисектерелгәйне. Үткән аҙнала Рәсәй президенты Владимир Путин тауыш биреү 1 июлдә буласаҡ, тип иғлан итте, ә был көн ял көнө буласаҡ.
Фото: zen.yandex.com
Читайте нас: