Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2020, 11:40

Рәсәй көнөндә - виртуаль концерт!

Рәсәй көнө уңайынан Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында «Рәсәй йырҙары» тип исемләнгән байрам концерты күрһәтеләсәк.

Рәсәй көнө уңайынан Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында «Рәсәй йырҙары» тип исемләнгән байрам концерты күрһәтеләсәк.
Ул 12 июндә 12.30 сәғәттә башлана. Республика Хөкүмәтенән һәм легендар Турецкий хорынан да махсус бүләк әҙерләнгән. Байрам концерты программаһына бер нисә быуын яратып өлгөргән йырҙар индерелгән.
– Беҙҙең ҡәҙерле һәм яратҡан ҡояшлы Башҡортостан Республикаһы! Беҙ бик һағынабыҙ. Әлегә килергә мөмкинлегебеҙ юҡ, шуға виртуаль осрашыу ойошторорға булдыҡ. Рәсәй йырҙары – ул беҙҙең күп милләтле илдең күңеле. Был матур байрамда һеҙҙең менән бергә булыуыбыҙға бик шатмын, – ти Рәсәйҙең халыҡ артисы Михаил Турецкий.
Концерттың махсус ҡунағы – ҡатын-ҡыҙҙарҙың «SOPRANO» арт-төркөмө. Уның солисткаһы башҡорт телендә композия башҡарасаҡ.
Читайте нас: