Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июнь 2020, 11:00

12 июнь – Рәсәй көнө

12 июнь – Рәсәй көнөХөрмәтле ейәнсуралар! Һеҙҙе төп дәүләт байрамдарының береһе – Рәсәй көнө менән ҡотлайым.Рәсәйҙең дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнөнән беҙҙең яңы тарихыбыҙҙың – граждандар азатлығына һәм закондарҙың өҫтөнлөгөнә нигеҙләнгән демократик дәүләт тарихының иҫәбе башланды. Ошо нигеҙҙә тәрән үҙгәрештәр булды. Улар өлгөрөп еткән үҙгәрештәрҙе тормошҡа ашырырға, тормоштоң барлыҡ өлкәләрендә тотороҡло прогресҡа өлгәшергә мөмкинлек бирҙе.Ил яҙмышынан айырылғыһыҙ булған районыбыҙ яҙмышын унда йәшәүсе кешеләр билдәләй. Намыҫлы хеҙмәт, һөнәри ҡаҙаныштар, спорт һәм ижади еңеүҙәр менән райондың һәм илебеҙҙең артабанғы үҫеше өсөн нигеҙҙәр һалына. Был байрам беҙҙә Рәсәй өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятһын, көс бирһен һәм беҙҙең ижади рухыбыҙҙы нығытһын.Бөтәгеҙгә лә ысын күңелдән бәхет, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Һеҙгә тыныслыҡ һәм иртәгәһе көнгә ышаныс юлдаш булһын!Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.

12 июнь – Рәсәй көнө
Хөрмәтле ейәнсуралар! Һеҙҙе төп дәүләт байрамдарының береһе – Рәсәй көнө менән ҡотлайым.
Рәсәйҙең дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнөнән беҙҙең яңы тарихыбыҙҙың – граждандар азатлығына һәм закондарҙың өҫтөнлөгөнә нигеҙләнгән демократик дәүләт тарихының иҫәбе башланды. Ошо нигеҙҙә тәрән үҙгәрештәр булды. Улар өлгөрөп еткән үҙгәрештәрҙе тормошҡа ашырырға, тормоштоң барлыҡ өлкәләрендә тотороҡло прогресҡа өлгәшергә мөмкинлек бирҙе.
Ил яҙмышынан айырылғыһыҙ булған районыбыҙ яҙмышын унда йәшәүсе кешеләр билдәләй. Намыҫлы хеҙмәт, һөнәри ҡаҙаныштар, спорт һәм ижади еңеүҙәр менән райондың һәм илебеҙҙең артабанғы үҫеше өсөн нигеҙҙәр һалына. Был байрам беҙҙә Рәсәй өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уятһын, көс бирһен һәм беҙҙең ижади рухыбыҙҙы нығытһын.
Бөтәгеҙгә лә ысын күңелдән бәхет, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Һеҙгә тыныслыҡ һәм иртәгәһе көнгә ышаныс юлдаш булһын!
Д. Юланов, МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас: