Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июнь 2020, 22:00

Агросәнәғәт комплексы предприятиелары маҡсатлы уҡытыу өсөн сығымдарҙың 90% тиклемен ҡайтара ала

Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиелары бюджет аҡсаһы иҫәбенә белгестәр әҙерләй ала, уҡытыу өсөн аҡсаның бер өлөшөн – 10 процентын ғына түләргә кәрәк.

Башҡортостан ауыл хужалығы предприятиелары бюджет аҡсаһы иҫәбенә белгестәр әҙерләй ала, уҡытыу өсөн аҡсаның бер өлөшөн – 10 процентын ғына түләргә кәрәк. Был хаҡта “Башинформ” агентлығы яҙҙы. Рәсәйҙең «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр 2021 йылдан университетта студенттарҙы маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеү буйынса сығымдарҙың 90 процентҡа тиклемен, ә колледждарҙа 30 процентҡа тиклемен ҡайтара ала.
Мәҫәлән, студент, предприятие һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты араһында маҡсатлы уҡытыу өсөн өс яҡлы килешеү төҙөлә. Предприятие семестр һайын студенттың уҡыуы өсөн аҡса түләй һәм йыл аҙағында республика Ауыл хужалығы министрлығына тейешле субсидия алыу өсөн документтар тапшыра.
Аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, ағымдағы йылда уҡ (беренсе семестр өсөн) предприятиеға 30 процентҡа тиклемен ҡайтаралар, ә киләһе уҡыу йылынан агрокомпанияның белгесте уҡытыу өсөн сығымдары 10 процент ҡына була. Көндөҙгө бүлектә һәм ситтән тороп уҡырға мөмкин.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының фәнни-белем биреү учреждениелары менән үҙ-ара эш итеү бүлегендә алырға мөмкин. Телефон: +7 (347) 218-05-44. Ғаризаларҙы [email protected], [email protected] почтаһына ебәрергә кәрәк.
Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: