Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июнь 2020, 13:00

Башҡортостанда йәй ниндәй буласаҡ

Рәсәй Гидрометүҙәге синоптиктары Башҡортостанда йәйҙең ниндәй буласағын хәбәр итте. Белгестәр мәғлүмәте буйынса, республика биләмәһендә норманан тайпылыш көтөлмәй.

Рәсәй Гидрометүҙәге синоптиктары Башҡортостанда йәйҙең ниндәй буласағын хәбәр итте. Белгестәр мәғлүмәте буйынса, республика биләмәһендә норманан тайпылыш көтөлмәй, тип хәбәр итә «Башинформ».
Әйтәйек, июнь, күптәр тойоп өлгөргәнсә, үҙгәреүсән була. Айҙың тәүге яртыһында термометр бағанаһы юғары күтәрелһә лә, был оҙаҡҡа түгел. Ай уртаһында уҡ ямғырҙар башлана. Ә төндә һауа температураһы һиҙелерлек түбәнәйә. Яуым-төшөмгә килгәндә, июндә уларҙың күп кенә булыуы күҙаллана.
Июлдә Башҡортостанда эҫе һауа торошо көтөлә. Температура тирбәлә, ҡайһы берҙә күктә болоттар килеп сыға, ләкин ай буйына тиерлек эҫе һауа торошо һаҡлана. Был айҙа яуым-төшөм көтөлмәй. Йәшен йәки ямғыр булһа ла, әлеге күренеш оҙаҡҡа һуҙылмай, тиҙ тамамлана.
Августа синоптиктар республикала ямғыр, шул иҫәптән оҙайлы ямғыр яуасағын фаразлай. Айҙың икенсе декадаһында һауа температураһы төндә түбәнәйә башлай, көндөҙ иһә ярайһы уҡ юғары ҡала.
Фото: yandex.ru
Читайте нас: