Республика Башлығы – башҡорт коллекцияһынан милли костюмға заказ биреүселәрҙең тәүгеһе, уға эйәреүселәр аҙ булмаҫ, тип уйлайбыҙ.
Өфө модельеры Радик Хәйруллин, Радий Хәбиров уның костюмдарына өҫтөнлөк бирә, бындай камзул барлыҡҡа килтереү идеяһын ҡайҙан алыуы тураһында һөйләне.
Ул башҡорт ир-атының революцияға тиклемге классик костюмдарын, башҡорт яугирҙәренең традицион камзулдарын ижад итеү менән шөғөлләнә. Ә идеяны революцияға тиклемге һаҡланған картиналарҙа һүрәтләнгән хәрби атлыларҙан ала.
Тарихсы Илдар Ғәбдрәфиҡов та был версияны раҫлай, башҡорттар хәрби сословиеға ҡараған, шуға күрә уларҙың кейемдәре лә хәрби формаға оҡшаш. Ул республика башлығының милли кейем модаһын тергеҙеү уйын хуплай. Өҫтәүенә Башҡортостанда төрлө милләт халыҡтарының Милли кейем көнө булдырылды. Бынан тыш, беҙҙә этник мода фестивалдәре, конкурстары үтә. Башҡорт яугире кейеме стилендәге костюмдарҙың сәйәсмәндәр, артистар, бизнесмендар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре араһында ҙур һорау менән файҙаланыуы билдәле.