Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июнь 2020, 21:55

Республикала Салуат Юлаев образына һәм шәхесенә арналған онлайн-конференция үтте

Салауат Юлаев көндәре айҡанлы, милли батырыбыҙҙың образына һәм шәхесенә арналған ғилми конференция ойошторолдо. Ул онлайн тәртиптә үтте.

Салауат Юлаев көндәре айҡанлы, милли батырыбыҙҙың образына һәм шәхесенә арналған ғилми конференция ойошторолдо. Ул онлайн тәртиптә үтте.
Сарала доклад менән сығыш яһаусылар күп (50-гә яҡын) булды, уларҙы ғалимдар, тикшеренеүселәр, мәҙәниәт, музей, фән, мәғариф эшмәкәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр тыңланы.
Конференцияла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Азат Бадранов сәләмләне.
Сара барышында Салауат Юлаев шәхесенең тарихи әһәмиәте, уның башҡорт фольклорында, тарихи сығанаҡтарҙа, республиканың төрлө ғалимдарының фәнни-эҙләнеү эштәрендәге образы, милли батыр хаҡында иҫтәлектәрҙе мәңгеләштереү, был хәтерҙең Бөйөк Ватан һуғышында Башҡортостан халҡында илһөйәрлек тойғоһон үҫтергәне, Салауат Юлаев менән бәйле күсемһеҙ милектәрҙе һаҡлау, ҡаһармандың эшмәкәрлеген популярлаштырыу һ.б. хаҡында һөйләшеү барҙы.
Сығыш яһаусы һәр кем милли батырыбыҙға ҡағылған тарих, фольклористика, музей өлкәләре мәсьәләләренең көнүҙәклеген билдәләне.
Сығанаҡ: БАШИНФОРМ
Читайте нас: