Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июнь 2020, 13:00

Салауат Юлаев исемендәге премия комиссияһы эштәр ҡабул итә башлай

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы комиссияһы премия алыу өсөн эштәр ҡабул итә башланы.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был премия ике йылға бер тапҡыр иң талантлы, яңы һәм үҙенсәлекле әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өсөн бирелә. Улар йәмәғәтселек тарафынан танылырға һәм Башҡортостан мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ҙур өлөш индерергә тейеш.

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы комиссияһы премия алыу өсөн эштәр ҡабул итә башланы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был премия ике йылға бер тапҡыр иң талантлы, яңы һәм үҙенсәлекле әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өсөн бирелә. Улар йәмәғәтселек тарафынан танылырға һәм Башҡортостан мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ҙур өлөш индерергә тейеш.
Эштәр 15 июндән 15 июлгә тиклем ҡабул ителәсәк. Бөгөн был өс премияның һәр береһенең күләме 500-әр мең һум тәшкил итә.
Конкурсҡа эштәр әҙәбиәт өлкәһендә тапшырыу ваҡытынан ярты йыл алда матбуғатта баҫылған әҫәрҙәр, сәнғәт өлкәһендә – халыҡ алдында башҡарылған, архитектура өлкәһендә файҙаланыуға тапшырылған эштәр ҡабул ителә.
Комиссия тарафынан конкурсҡа ебәрелгән әҫәрҙәр исемлеге республика матбуғатында баҫылып сығасаҡ.
СЫҒАНАҠ:Башинформ.
Читайте нас: