Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июнь 2020, 11:00

Тоғро дуҫ, алмаштырғыһыҙ әңгәмәсе

14июнь – Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөХөрмәтле матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре! һеҙҙе Башҡортостан Ре­спубликаһының Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!Был байрам берҙәм мәғлүмәт киңлеген тәьмин итеүселәрҙе, әхлаҡи йүнәлештәр формалаштырыусыларҙы, йәмәғәт феке­рен булдырыусыларҙы берләштерә.Район гәзиттәрендәге мәҡәләләрҙә район, республика һәм ил тарихын ха­сил иткән көндәлек тормош ваҡиғалары сағыла. «Ейәнсура таңдары», «Зианчуринские зори» гәзиттәренең һәр һаны — районыбыҙ, уның кешеләре тормошоноң бер бите ул. Район гәзиттәре күп йылдар буйына ейәнсураларҙын күпселеге өсөн тоғро дуҫ, алмаштырғыһыҙ әңгәмәсе бу­лып ҡалыуы юҡҡа ғына түгел, һеҙ район, гәзит уҡыусылар проблемалары менән йәшәйһегеҙ, уларға райондағы һәм республикалағы ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар булырға ярҙам итәһегеҙ, халыҡҡа һәр төрлө мәғлүмәтте тиҙ арала һәм дөрөҫ еткерәһегеҙ. Киләсәктә лә бөтә эштәрҙең һәм ваҡиғаларҙың уртаһында булырһығыҙ, күберәк ынғай үҙгәрештәр тураһында һөйләп, гәзит уҡыусыларға яҡшы кәйеф бүләк итерһегеҙ, тип ышанам.Оҙаҡ йылдар киң мәғлүмәт сарала­ры өлкәһендә емешле эшләп, күп дан­лы традицияларға башланғыс һалған ветерандарға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен юл­лайым. Бөгөн яңы быуын алдында тупланғандарҙы һаҡлау һәм арттырыу бу­рысы тора.һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, имен­лек, ижади ниәттәрегеҙ тормоҡа ашыуын теләйем!Д. ЮЛАНОВ, МР хакимиәте башлығы.

14июнь – Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө
Хөрмәтле матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре! һеҙҙе Башҡортостан Ре­спубликаһының Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Был байрам берҙәм мәғлүмәт киңлеген тәьмин итеүселәрҙе, әхлаҡи йүнәлештәр формалаштырыусыларҙы, йәмәғәт феке­рен булдырыусыларҙы берләштерә.
Район гәзиттәрендәге мәҡәләләрҙә район, республика һәм ил тарихын ха­сил иткән көндәлек тормош ваҡиғалары сағыла. «Ейәнсура таңдары», «Зианчуринские зори» гәзиттәренең һәр һаны — районыбыҙ, уның кешеләре тормошоноң бер бите ул. Район гәзиттәре күп йылдар буйына ейәнсураларҙын күпселеге өсөн тоғро дуҫ, алмаштырғыһыҙ әңгәмәсе бу­лып ҡалыуы юҡҡа ғына түгел, һеҙ район, гәзит уҡыусылар проблемалары менән йәшәйһегеҙ, уларға райондағы һәм республикалағы ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар булырға ярҙам итәһегеҙ, халыҡҡа һәр төрлө мәғлүмәтте тиҙ арала һәм дөрөҫ еткерәһегеҙ. Киләсәктә лә бөтә эштәрҙең һәм ваҡиғаларҙың уртаһында булырһығыҙ, күберәк ынғай үҙгәрештәр тураһында һөйләп, гәзит уҡыусыларға яҡшы кәйеф бүләк итерһегеҙ, тип ышанам.
Оҙаҡ йылдар киң мәғлүмәт сарала­ры өлкәһендә емешле эшләп, күп дан­лы традицияларға башланғыс һалған ветерандарға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен юл­лайым. Бөгөн яңы быуын алдында тупланғандарҙы һаҡлау һәм арттырыу бу­рысы тора.
һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, имен­лек, ижади ниәттәрегеҙ тормоҡа ашыуын теләйем!
Д. ЮЛАНОВ, МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас: