"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 21:30

Еңеүселәр кем?

Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының конкурс комиссияһы Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттар конкурсы еңеүселәрен билдәләне.

Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының конкурс комиссияһы Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттар конкурсы еңеүселәрен билдәләне.
Йәштәр араһында башҡорт телен һәм мәҙәниәтен киңерәк таратыу маҡсатында “100LB – Башҡортостанға 100 тапҡыр һөйөү” проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәғарифты яҡлау һәм үҫтереү фонды видеороликтар (йырҙар һәм клиптар) төшөрәсәк.
“Рәсәй ҡанаты аҫтында” йәмәғәт ойошмаһы Мәскәүҙә башҡорт этно-мәҙәни клубы ойошторасаҡ. Ул туған телде өйрәнеү, мәҙәни фестивалдәрҙә ҡатнашыу һәм бергәләп башҡортса әҙәбиәт уҡыу кеүек саралар ойоштороп, бәләкәй Ватан менән тарихи бәйләнеш тотоуға булышлыҡ итәсәк.
“Башҡортостан рустары соборы” грантҡа ярашлы, фольклор һәм диалекттар телен һаҡлауға, рус теленең таҙалығын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән фәнни-ғәмәли конференциялар ойошторасаҡ. Шулай уҡ улар традицион һәм классик мәҙәниәттәрҙе берләштереп, ҙур мәҙәни саралар (фольклор фестивалдәре, Раштыуа кисәләре, әҙәби конкурстар) ойошторорға иҫәп тота.
Шулай уҡ конкурста еңеү яулаған проекттар араһында Башҡортостан китапханалары ассоциацияһының башҡорт һәм рус телендә ҡыҙыҡлы комикстарын, әкиәт ижад итеүсе йәш яҙыусыларҙы һәм шағирҙарҙы дәртләндереп, китап сығарыуға йүнәлтелгән эштәр бар.
Ишембай районында “Аподит туризм” “Шихан этно-ауылы” үҙенсәлекле майҙансығын асасаҡ.
Конкурсҡа коммерцияға ҡарамаған ойошмалар тарафынан тәҡдим ителгән проекттар араһынан Өфө ҡалаһынан – 23, Стәрлетамаҡтан – ике, республиканың ете муниципалитетынан берешәр проект еңеүсе тип табылған. Башҡортостандан тыш еңеүселәр араһында Пермь крайы, Силәбе, Мәскәү, Свердловск өлкәләре лә бар.
2 996 446,50 һум күләмдәге иң ҙур грантҡа “Тергеҙеү” Башҡорт халҡын яҡлау фондының “Башҡорт теле йылы – 2020” проекты лайыҡ булды. Уның сиктәрендә республика район һәм ҡалаларында "Башҡорт теле йылы" фестиваль-марафоны үтәсәк.
Читайте нас: