Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 00:30

Гаджеттар туған телгә өйрәтә!

“БашТой” компанияһы тарафынан башҡорт һәм татар телдәрендә һөйләшә торған кескәй планшеттар һәм смартфондар эшләнде. Гаджеттар етештереү "Маҡсат" йәштәр ойошмаһы менән берлектә дәүләт телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты сиктәрендә мөмкин булды.

Яңы уйынсыҡтар авторҙары фекеренсә, гаджеттар балаларға күңел асырға ғына түгел, ә уҡыуҙа ла ҙур ярҙам итәсәк. Билдәле булыуынса, балалар телде уйын формаһында еңңел һәм тиҙ өйрәнә. Яңы гаджеттар менән сабыйҙар дөрөҫ әйтелеште лә, интонацияны ла рәхәтләнеп үҙләштерәсәк. Өҫтәүенә, уйынсыҡтар башҡорт һәм татар телдәрендә сәскә исемдәрен, хәрефтәр һәм һандарҙы белергә, ябай арифметикаға өйрәнергә, хайуандар донъяһы менән танышырға, шиғырҙар тыңларға һәм башҡа бик күп нимәләрҙе үҙләштерергә мөмкинлек бирә.

Уникаль интерактив уйынсыҡтар Сибай ҡалаһының "Ҡурай", "Светлячок", "Солнышко" балалар баҡсаларына ҡайтарылды. Киләсәктә уларҙы республиканың барлыҡ балалар баҡсаларына ҡайтарыу күҙҙә тотола.

Фото: vk.com/rustemafzalov
Читайте нас: