ҠӘҘЕР ТӨНӨН НИСЕК ҮТКӘРЕРГӘ?
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 13:00

Милли проект: Башҡортостандың аграр экспорты күлəме ике тапҡырға артҡан

Рəсəйҙең Федераль таможня хеҙмəтенəн белдереүҙəренсə, быйыл беҙҙең республикаситкə 70 миллион долларлыҡ агросəнəғəт тауары һатҡан.

Рəсəйҙең Федераль таможня хеҙмəтенəн белдереүҙəренсə, быйыл беҙҙең республика
ситкə 70 миллион долларлыҡ агросəнəғəт тауары һатҡан.
Былтырғы менəн сағыштырғанда, был сумма ике тапҡырға күберəк. Экспорт күлəменең шулай
артыуы ҡайһы бер продукцияны халыҡ ихтыяжынан байтаҡҡа артыҡ етештереүгə бəйле.
Мəҫəлəн, көнбағыш майын ғинуар-майҙа 36,9 мең тонна (25,8 миллион доллар) һатҡандар.
Был, былтырғы ошо осорға ҡарағанда, дүрт тапҡырға күберəк. Беҙҙең көнбағыш майын
Ҡытай менəн Төркиə күп һатып ала.
Шəкəрҙе лə экспортҡа сығарыу күлəме артҡан. Биш айҙа ул 12,6 миллион долларлыҡ һатылған. Былтыр беҙҙə 200 мең тонна шəкəр етештерелгəн.
Был хəтлемде үҙебеҙҙекелəр ашап бөтə алмай,
əлбиттə. Шəкəрҙе күплəп Ҡаҙағстан менəн Үзбəкстанға ебəргəндəр
"Йәшлек"тән.
Фото: ТАСС
Читайте нас: