"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 14:00

Йәмәғәт күҙәтеүселәре бөтә участкаларҙа ла эшләйәсәк

1 июлдә Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүендә йәмәғәт күҙәтеүселәр Башҡортостандың барлыҡ һайлау участкаларында эшләйәсәк.

1 июлдә Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүендә йәмәғәт күҙәтеүселәр Башҡортостандың барлыҡ һайлау участкаларында эшләйәсәк.

Күптән түгел Башҡортостан Ижтимағи палатаһы менән “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе араһында гражданлыҡ йәмғиәте вәкилдәренең дөйөм рәсәй тауыш биреүен, тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың тауыштарын һанауҙы һәм уның һөҙөмтәләрен билдәләүҙә ҡатнашыуын тәьмин итеү маҡсаттарында үҙ-ара хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

“Барлыҡ йәмәғәт күҙәтеүселәре дөйөм Рәсәй тауыш биреүендә үҙ хоҡуҡтарында һәм бурыстарында тигеҙ буласаҡ. Был - ҙур волонтерлыҡ хеҙмәте, улар Башҡортостандағы 3453 һайлау участкаһында тауыш биреүҙең легитимлығын тәьмин итергә тейеш”, - тип билдәләне Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина.

Йәмәғәт палатаһы лидеры әйтеүенсә, хәҙерге ваҡытта Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүендә эшләү өсөн төбәк күҙәтеү корпусы ойошторола. Палата аппараты барлыҡ кандидаттарҙан йәмәғәт күҙәтеүселәренә кәрәкле документтарҙы ҡабул итеүҙе дауам итә.

Фото: bashinform.ru
Читайте нас: