Алдағы өс йылда Башҡортостан ауылдары инфраструктураһын үҫтереүгә 5,5 миллиард һум йүнәлтелә, тип хәбәр итте кисә “
Башинформ”. Шуның 3 миллиарды — федераль бюджет аҡсаһы, 1,7 миллиард һумды республика ҡаҙнаһы бүлә, 174 миллионы – урындағы бюджеттан, 666 миллион һумы – бюджеттан тыш сығанаҡтар аҡсаһы. Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың федераль аҡса йәлеп итеү күләме буйынса Рәсәй төбәктәре араһында өс лидер иҫәбенә инеүе хаҡында һөйләне. Республиканың өлөшө 5,2% тәшкил итә (57,4 миллиард һумдан). Быйыл муниципаль райондарға субсидия суммаһы – яҡынса 1 миллиард 600 миллион һум.