Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2020, 11:20

Путин иҡтисадҡа һәм граждандарға ярҙам күрһәтеүҙең яңы сараларын уйларға тәҡдим итте

Рәсәй хөкүмәтенә коронавирус эпидемияһы шарттарында яңы дәүләт ярҙамы сараларын ҡабул итеү мөмкинлеген тикшерергә ваҡыт.

Рәсәй хөкүмәтенә коронавирус эпидемияһы шарттарында яңы дәүләт ярҙамы сараларын ҡабул итеү мөмкинлеген тикшерергә ваҡыт. Был хаҡта Рәсәй президенты Владимир Путин иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә ярҙам сараларын тормошҡа ашырыуға арналған кәңәшмәлә белдерҙе, тип яҙа РБК.
Президент быға тиклем ҡабул ителгән ярҙам сараларының бер өлөшө 1 июлдән тамамланыуын хәтергә төшөрҙө. “Бөтәһен уйларға, баһаларға һәм яҡын арала ниндәй саралар кәрәклеге, ниндәйҙәрен оҙайтыу маҡсатҡа ярашлы булыуы, ниндәй яңы ҡарарҙарҙы өҫтәлмә рәүештә файҙаланыу тураһында ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк”, – тине ил етәксеһе.
Фото: kremlin.ru
Читайте нас: