Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2020, 21:00

Рәсәйҙең 13 ҡалаһында, шул иҫәптән Өфөлә лә 24 июндә Еңеү парады үткәрелмәй

Рәсәйҙең 13 ҡалаһында властар Еңеү парадын үткәрмәҫкә ҡарар итте, тип хәбәр итә Башҡортостан ДТРК-һы.

Рәсәйҙең 13 ҡалаһында властар Еңеү парадын үткәрмәҫкә ҡарар итте, тип хәбәр итә Башҡортостан ДТРК-һы. Уға коронавирус инфекцияһына бәйле хәл сәбәпсе. Ҡайһы бер төбәктәр парад ойоштороуҙы билдәһеҙ ваҡытҡа кисектереп тора. Орёл ҡалаһында, мәҫәлән, парадты 5 августа үткәрергә әҙерләнәләр. 1943 йылдың тап ошо көнөндә Курск Дуғаһындағы яуҙарҙан һуң Орёл менән Белгородты азат итеү хөрмәтенә Бөйөк Ватан һуғышында беренсе салют бирелгән.
Ил Президенты Владимир Путиндың Ҡарары менән Еңеү тантанаһы Мәскәүҙә 2020 йылдың 24 июнендә ойошторола. Теүәл 75 йыл элек Бөйөк Еңеү парады ла тап ошо көндө үткән. Өфө лә парад үткәрмәҫкә ҡарар ителгән төбәктәр исемлегендә.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте.
Читайте нас: