Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 15:00

Атай-әсәйҙәргә никах теркәү залына инергә рөхсәт ителде

Башҡортостанда никах тантанаһында йәштәрҙең атай һәм әсәйҙәре ҡатнашыуы рөхсәт ителде.

Башҡортостанда никах тантанаһында йәштәрҙең атай һәм әсәйҙәре ҡатнашыуы рөхсәт ителде, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы сайты.
Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, яңы тәртип 16 июндән ғәмәлдә. Әммә 65 йәштән ололар өсөн сикләү көсөндә ҡала. ЗАГС-та тантанаға фото һәм видеоға төшөрөүсегә лә инергә мөмкин. Коронавирус пандемияһы сәбәпле изоляция шарттарында никах тантанаһында кәләш һәм кейәүгә генә булырға рөхсәт ителгәйне.
Читайте нас: