“Хәтер. Музейҙар” акцияһы Башҡортостан ауылдарынан һәм ҡалаларынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хаҡында иҫтәлекте мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән. Музейҙар фронтовиктарҙың фондтарҙа һаҡланған хәтирәләре һәм хаттары нигеҙендә онлайн-дәрестәр әҙерләйәсәк.