"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 18:00

Башҡорт телен өйрәнеү ҡушымтаһы менән таныштырҙылар

Кисә «Торатау» конгресс-холында «Башҡорт теле: яңы ҡараш» тип аталған сара уҙҙы. Унда башҡорт телен популярлаштырыу проекттары менән таныштырҙылар.

Кисә «Торатау» конгресс-холында «Башҡорт теле: яңы ҡараш» тип аталған сара уҙҙы. Унда башҡорт телен популярлаштырыу проекттары менән таныштырҙылар, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы. Презентацияла проект авторҙары һәм әҙерләүселәр ҡатнашты. Киң аудитория өсөн БСТ телеканалында һәм социаль селтәрҙә тура трансляция ойошторолдо.
Сара барышында ҡатнашыусыларға башҡорт телен өйрәнеү өсөн видео-дәрестәр һәм мобиль ҡушымталар, Бәйләнештә һәм iTunesта башҡорт телендә беренсе подкастар, «Аҫылташ» йәштәр бренды тураһында һөйләнеләр.
Мультиинструменталист Заһир Зәйнетдин башҡорт телен өйрәнеү буйынса BashWord мобиль ҡушымтаһы менән таныштырҙы.
«Хәҙер башҡорт телен өйрәнергә теләгән һәр кем телефонына беҙҙең ҡушымтаны күсерә һәм уға көнөнә 10 минут ваҡытын бүлә ала. Ҡушымта 117 дәрестән, 39 бүлектән һәм 1,5 мең һүҙҙән тора. Был һүҙҙәр минең тауышым менән яҙҙырылған», — тип һөйләне Заһир Зәйнетдин.
Артист һүҙҙәренсә, көн һайын башҡорт теленең ябай һүҙҙәре менән танышыу өйрәнеү процесын еңеләйтә. Тест системаһы белемдәге етешһеҙлектәрҙе асыҡларға ярҙам итә.
Ҡушымтаны әҙерләүселәр – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды белгесе Фәнзилә Ғәзизова. Эш дауам итә, бөгөнгә ҡушымтаның биш бүлеге файҙаланыуға әҙер.
Сараны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторҙо.
Сараның видеоһын түбәндәге һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://vk.com/wall-27097047_188033
Читайте нас: