22 июндә республика баш ҡалаһы халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн “Мир” сауҙа һәм күңел асыу үҙәге парковкаһының 3-сө кимәлендә автокинотеатр ойоштороласаҡ. Тамашасыларға Сергей Бондарчуктың “Кеше яҙмышы” нәфис фильмы һәм шулай уҡ “Ябай төп һүҙҙәр. Кеше яҙмышы” документаль фильмы тәҡдим ителәсәк, һуңғыһында һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған шағирҙарҙың шиғырҙары яңғыраясаҡ. Фильдмар күрһәтеү сәғәт 21.30-ҙа башлана.